АТАЙСАЛ
+27 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
14 Апреля 2021, 04:40

Яҡшы хәбәр

Май байрамдары алдынан яҡшы хәбәр менән бүлешәбеҙ. Апрель аҙағында 3 йәштән алып 7 йәшкәсә бала тәрбиәләүсе ғаиләләр ғинуар, февраль, март айҙарына пособиеға өҫтәмә аҡса аласаҡ.Тулыраҡ мәғлүмәт сайтта.

Май байрамдары алдынан яҡшы хәбәр менән бүлешәбеҙ. Апрель аҙағында 3 йәштән алып 7 йәшкәсә бала тәрбиәләүсе ғаиләләр ғинуар, февраль, март айҙарына пособиеға өҫтәмә аҡса аласаҡ.
Бындай мөмкинлек түләүҙәрҙе яңыса иҫәпләү ҡағиҙәләренә ярашлы барлыҡҡа килде. Хәҙер бер балаға төбәк йәшәү минимумының 50,75 йәки 100 процентын түләүҙәре ихтимал. Был сумма ғаиләнең килеме күләменә һәм мөлкәтенә ҡарап билдәләнә. Балалы ғаиләләргә ярҙам итеү “Демография”милли проектының иң төп маҡсаттарының береһе.
Пособиены яңыса иҫәпләү ҡағиҙәләре менән Рәсәй Хөкүмәте сайтында http://government.ru/news/41856 һылтанмаһы аша үтеп инеп танышырға мөмкин.
Арттырылған пособиены юллау өсөн дәүләт хеҙмәттәре прорталы госуслуг: www.gosuslugi.ru аша инеп ғариза ҡалдырырға ярай. Анкетаны бер тапҡыр ғына тултырыу зарур.
Читайте нас