Новости
14 Апреля 2021, 08:00

Изгелек ҡылыу—яҡшы ғәмәл

Күптән түгел генә Баймаҡ үҙәк дауаханаһына яҡташ бағыусылар ярҙамында заманса медицина ҡорамалдары ҡайтарылыуға ифрат ҡыуанғайныҡ.Әлеге көндә Сибай үҙәк дауаханаһының травматология бүлегенә лә ошондай изге күңелле, ярҙамсыл бағыусылар ярҙам итеп 16 күп функциялы карауат һатып алған.

Күптән түгел генә Баймаҡ үҙәк дауаханаһына яҡташ бағыусылар ярҙамында заманса медицина ҡорамалдары ҡайтарылыуға ифрат ҡыуанғайныҡ.
Әлеге көндә Сибай үҙәк дауаханаһының травматология бүлегенә лә ошондай изге күңелле, ярҙамсыл бағыусылар ярҙам итеп 16 күп функциялы карауат һатып алған.
Бындай ятыу урыны реабилитация үтеүсе ауырыуҙар өсөн бик уңайлы. Ғөмүмән, дауахана етәкселеге һуңғы осорҙа травматология хеҙмәтен ныҡлы үҫтереү өҫтөндә ентекле эшләй. Яҡшы ай, яҡшы көндә изгелек ҡылыусы бағыусыларға рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ.
Читайте нас