"COVID-19 менән ауырыусылар һаны 50 678 гә етте, был тағы ла 2548 кешенең киҙеү йоҡтороуын аңлата. Коронавирустан 237 кеше вафат булған. Үлеүселәр һаны 33 939-ға етте,” –тип хәбәр итә Төркиә Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Рәсәйҙең Роспотребнадзор башлығы Анна Попова билдәләүенсә, Төркиәлә ауырыусылар һаны өс тапҡырға артҡан. Вирустың штаммы үҙгәрә: британия һәм көньяҡ Африка төрө бында ныҡлы тарала. Рәсәйҙән барған туристарҙың илгә коронавирустың көсәйгән төрөн алып ҡайтыу ҡурҡынысы янай.
Рәсәй Президенты В.В.Путин Премьер-министр Михаил Мишустинға сит илгә сығыусылар өсөн өҫтәмә саралар булдырыуҙы һәм кире ҡайтыусыларға ныҡлы тикшереү уҙғарыуҙы һораны.
Май байрамдарына Рәсәй туристарының 70%-ы Төркиәгә барыу теләген белдергән. Ә Төркиәлә йәмәғәт туҡланыу, күңел асыу урындарын ябыу тураһында ҡарар ҡабул ителә.