АТАЙСАЛ
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
13 Апреля 2021, 14:36

Ҡотолоу юлы вакцина

Тикшеренеүселәр билдәләүенсә һәр вакцина төрлө технологиялар нигеҙендә етештерелгән. Уларҙың кеше организмына тәҫьире бер төрлө, айырмалығы тик составында ғына. Мәҫәлән, «Спутник V» препаратында кеше аденовирусы бар, организмға килеп эләккәс күҙәнәктәр иммунитетты һаҡлау өсөн аҡһым барлыҡҡа килтерә. “ЭпиВакКорона” киреһенсә...Тулыраҡ сайтта

Рәсәйҙә COVID-19-ҙан 2020 йылдың декабрендә үк киң масштаблы вакцинация башланды. Тәү сиратта вирус менән алдағы һыҙатта көрәшкән медицина хеҙмәткәрҙәре, унан һуң уҡытыусылар, социаль хеҙмәткәрҙәр һәм ирекмәндәргә прививка алыу мөмкинлеге булдырылды. Әлбиттә, вакцинация башланғандан алып төрлө имеш-мимештәр таралыуы дауам итә, кемгәлер ул насар тәҫьир иткән, кемдер уны ниндәйҙер айырым килем сығанағы тип һанай. Кешелек нисек кенә киҙеүҙән һаҡланырға тырышһа ла, һөҙөмтә шул: вирус тарала, үҙгәрә, көс йыя. Барыбыҙ өсөн дә был ҡурҡыныс вирустан ҡотолоу юлы тик берәү генә - вакцина алып, организмды вирусҡа ҡаршы ҡуйыу.
Әлегә илдә өс вакцина Гамалея исемендәге институт әҙерләгән “СпутинкV” вакцинаһы, “Вектор” Новосибирск вирусология үҙәгенең “ЭпиВакКорона” һәм М.П. Чумакова исемендәге фәнни-тикшеренеү үҙәге эшләгән “КовиВак” препараттары.
Сибай ҡалаһында вакцинацияның бик әүҙем бара. Бөгөнгө көнгә 2310 кеше прививка эшләткән. Шуны әйтеп үтергә кәрәк: ҡала ойошмалары хеҙмәткәрҙәре һаулығына ҙур иғтибар бүлә. Башҡорт шахта төҙөү идаралығы, хәрби комиссариат, “Газпром”, “Башҡорт баҡыры”, балалар баҡсалары тәрбиәселәре, уҡытыусылар коллективтары менән вакцинация үткән.
- Вакцинация башланғандан алып 2540 “СпутинкV” вакцинаһы килтерелде. Препараттың тәьҫире тураһында төрлө мәғлүмәт йөрөһә лә, үҙ һаулығын ныҡлы ҡайғыртҡандар иң беренсе булып прививка эшләтте. Вакцинацияға килер алдынан алкоголле эсемлектәр эсмәҫкә, ауыр эштәр менән шөғөлләнмәҫкә кәрәк. Препараттың беренсеһен алғандан һуң 21 көн уҙғас, икенсеһен эшләтергә тейеш. Организмда ауырыуға иммунитет өс аҙнанан һуң барлыҡҡа килә,-ти Сибай поликлинакаһының шәфҡәт туташы Гөлфиә Рәис ҡыҙы Ниғмәтуллина.
Тикшеренеүселәр билдәләүенсә һәр вакцина төрлө технологиялар нигеҙендә етештерелгән. Уларҙың кеше организмына тәҫьире бер төрлө, айырмалығы тик составында ғына. Мәҫәлән, «Спутник V» препаратында кеше аденовирусы бар, организмға килеп эләккәс күҙәнәктәр иммунитетты һаҡлау өсөн аҡһым барлыҡҡа килтерә. “ЭпиВакКорона” киреһенсә, синтетик вакцина. Уны эшләүҙә тере вирустар ҡулланылмаған. Өсөнсө “КовиВак”вакцинаһына килгәндә бында вирусты айырым шартта үҫтерәләр,һәм химикаттар ярҙамында “туңдырып” торалар. Дөйөм алғанда барлыҡ вакцина ошо нигеҙҙә эшләнелә. Белгестәр билдәләүенсә, тап ошондай ысул менән эшләнгән прививкалар 20-се быуатта булған күп төрлө ауырыуҙарҙан (чума,холера, ҡара сәсәк) һәм эпидемияларҙан һаҡланып ҡалған.
Өсөнсө препарат иммунитеты насар, аллергия менән интеккәндәргә, ҡабаттан ҡытай вирусы менән ауырығандарға тәҡдим ителәсәк. Ул башҡалар кеүек үк ике тапҡыр эшләнелә, тик ваҡыт арауығы 14 көн генә. Иммунитеттың вирусҡа ҡаршы тороуы беренсе прививканан һуң башлана. “КовиВак”әлегә тикшеренеү үтә, тиҙҙән әйленешкә сығасаҡ.
Бөгөнгө күрһәткестәр буйынса Башҡортостанда 156 487 кеше беренсел прививканы үткән. 103 851 мең кеше тулыһынса вакцина алған. Киҙеү менән ауырыусылар һаны һаман да кәмемәй әле. Әлегә 32 985 кешенең ауырыуы билдәле, пандемия башланғандан бирле 380 кеше вафат булған. Шуға күрә һаҡланыу сараларын иҫегеҙҙән сығармағыҙ һәм, әлбиттә, һаулығығыҙға ҡарап вакцинация үтергә тырышығыҙ. Үҙ сәләмәтлегебеҙ, үҙебеҙҙең ҡулда бит!
Читайте нас