Новости
13 Апреля 2021, 05:00

Хуш, Төркиә! Хуш, ял!

Рәсәй, коронавирус пандемияһына бәйле, 1 июндән Төркиәгә авиа осоштарҙы туҡтата. Роспотребнадзор белешмәләре буйынса Төркиәнән һәм Танзаниянан туристар коронавирустың мутацияланған штамдарын йоҡтороп алып ҡайта.Дауамын сайттан уҡығыҙ.

Рәсәй, коронавирус пандемияһына бәйле, 1 июндән Төркиәгә авиа осоштарҙы туҡтата. Роспотребнадзор белешмәләре буйынса Төркиәнән һәм Танзаниянан туристар коронавирустың мутацияланған штамдарын йоҡтороп алып ҡайта.
Әлеге ваҡытта Төркиәлә ял итеүселәргә ике мөмкинлеге бирелә: ялдарын оҙағыраҡ дауам итеү йәки чартер рейстар менән тыуған ергә осоп ҡайтыу. Мәскәү-Стамбул, Стамбул-Мәскәү һауа суднолары аҙнаһына 2 рейс яһай.
Рәсәй туризм министрлығына Төркиәгә турҙар һатып алыусы туристарға ярҙам күрһәтеү пакеты әҙерләргә ҡушылған. Шул иҫәптән финанс ярҙамы күрһәтеү ҙә күҙаллана.
Ҡояшлы илгә 1 июндән һуң турға билет алыусыларға хәл торошо тураһында өҫтәмә мәғлүмәт биреләсәк.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас