АТАЙСАЛ
+15 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
12 Апреля 2021, 04:34

Мөрәжәғәт итергә тартынмағыҙ!

Был ҡарарға Премьер –министр Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы. Препараттарҙы сит илдән ҡайтарыу еңелләшерме?Тулыраҡ сайтта.

Бына, ниһайәт, ауыр сирле балаларҙы дауалау өсөн препараттар, мединицина кәрәк-яраҡтары алыу тәртибе булдырылды. Был ҡарарға Премьер–министр Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы.
Төбәк дауаханаларынан алынған мәғлүмәт һәм ата-әсәләр ҡалдырған ғаризалар буйынса препараттарҙың исемлеген “Изгелек даирәһе” совет фонды эксперттары билдәләйәсәк. Фонд хеҙмәткәрҙәре препараттар ҡайтарылып дауаханаларға, ғаиләләргә таратылғансы эште контролдә тотасаҡ.
Ҡарарҙа билдәләнеүенсә, амбулатор дауаланыуҙа булған балаға препарат дауахананан йә дарыухананан рецепт буйынса бушлай бирелә.
Документҡа ярашлы, ярҙамға мохтаж балаларҙың ата-әсәләре өсөн “Изгелек даирәһе”ндә социаль мәғлүмәт ресурсы булдырылды. Бында улар төбәктәрҙән килгән заявкаларҙы һәм үҙҙәренең ғаризаларына бирелгән яуапты, фонд эшләгән ауырыуҙар исемлеге менән таныша ала.
#ВВПУТИН
Читайте нас