АТАЙСАЛ
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
12 Апреля 2021, 16:30

Һин дә әллә кем булырһың, Шиғриә, төнөн, үпһә!

Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтендә Фәнис Сирбаевтың "Дауыл" тип аталған шиғырҙар китабы донъя күрҙе.--Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтенә оло рәхмәтемде белдерәм! Минең күңелдәге "Дауыл"ды шиғриәт һөйөүселәрҙең өҫтәленә һалғандары өсөн. Иҫәнлек- һаулыҡ һеҙгә, уңыштар!—тип яҙҙы шағир үҙнең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтендә Фәнис Сирбаевтың "Дауыл" тип аталған шиғырҙар китабы донъя күрҙе.
--Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтенә оло рәхмәтемде белдерәм! Минең күңелдәге "Дауыл"ды шиғриәт һөйөүселәрҙең өҫтәленә һалғандары өсөн. Иҫәнлек- һаулыҡ һеҙгә, уңыштар!—тип яҙҙы шағир үҙнең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Шиғриә
Төндәр буйы шығыр- шығырр!
Шығырлаймы карауат?
Төндәр буйы шыбыр- шыбыр,
Шыбырлаймы берәү? Һайт!
Юҡ, карауат түгел, дуҫтар,
Дәфтәр бите шығырлай.
Шыбыр- шыбыр ижек һанап,
Фәнисегеҙ шиғырлай.
Һи! Шиғыр, тип ҡарамағыҙ,
Шиғриә бит— һөйәркәм!
Наҙлы шиғырбикәләрҙе
Һөйә алмайҙыр һәр кем.
Таңға ғына ҡайтам өйгә,
Юҡ! Өйгә түгел— аңға.
Танау, нишләптер, саңланған
Йондоҙло, ялтыр саңға?
Танау менән әллә һөйҙөм,
Әллә сөйҙөммө күккә?
Һин дә әллә кем булырһың,
Шиғриә, төнөн, үпһә!
Фәнис Сирбаев.
Һүҙ бәҫен белгән, рифма, ритмды оҫта тотҡан яҡташ шағирҙы яңы китабы сығыу менән ҡотлайбыҙ!
Кинәйәле илһам шишмәң бер ваҡытта ла һайыҡмаһын, күңелеңдә дауыл тынмаһын!
Читайте нас