АТАЙСАЛ
+16 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
11 Апреля 2021, 04:00

Һыуҙан ҡала тиһәң дә…

Синоптиктар быйыл ҡарҙың сағыштырмаса күп яуыуы һәм көндәрҙең ҡапыл йылытыуына бәйле ер һыуҙы һеңдереп өлгөрә алмай йылғалар ныҡ ташасаҡ, тип иҫкәртә. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарары менән төбәктең һыу баҫыу ихтималлығы ҙур булған ауыл һәм ҡалалар исемлеге төҙөлгән. Был иһә уларҙа мотлаҡ ташҡын булыуҙан түгел, тәбиғи һәләкәткә әҙер булыу кәрәклегенән сығып эшләнгән. Хөкүмәт ҡарарына таянып урындағы үҙидаралыҡ органдары һыу баҫыуҙы киҫәтеү буйынса саралар комплексы төҙөгән.Исемлектә Урал аръяғы төбәге лә бар.Кемдәрҙе һыу баҫыу ихтимал?Был хаҡта сайтҡа инеп уҡығыҙ.

Синоптиктар быйыл ҡарҙың сағыштырмаса күп яуыуы һәм көндәрҙең ҡапыл йылытыуына бәйле ер һыуҙы һеңдереп өлгөрә алмай йылғалар ныҡ ташасаҡ, тип иҫкәртә. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарары менән төбәктең һыу баҫыу ихтималлығы ҙур булған ауыл һәм ҡалалар исемлеге төҙөлгән. Был иһә уларҙа мотлаҡ ташҡын булыуҙан түгел, тәбиғи һәләкәткә әҙер булыу кәрәклегенән сығып эшләнгән. Хөкүмәт ҡарарына таянып урындағы үҙидаралыҡ органдары һыу баҫыуҙы киҫәтеү буйынса саралар комплексы төҙөгән.
Исемлектә Урал аръяғы төбәге лә бар.
Кемдәрҙе һыу баҫыу ихтимал?
Был хаҡта сайтҡа инеп уҡығыҙ.
Хәйбулла районында Һаҡмар йылғаһы ҡурҡыныс тыуҙыра. Һаҡмар-Наҙарғол, Бәләкәй Арыҫланғол, Әбеш ауылдарында һыу инеүе ихтимал. Был иһә 120 йортта йәшәүсе 385 кеше ташҡындан зыян күреүе бар тип күҙаллана.
Һамар ауылында Таналыҡ йылғаһы ярҙарынан сыҡһа, 305 йортта йәшәүсе 984 кешенең ғүмере хәүеф аҫтына ҡуйыла.
Йылайыр йылғаһы ташһа ла Һамар ауылының 44 өйөндә көн күреүсе 142 кешенең батыуы бар.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас