Новости
8 Апреля 2021, 03:59

Мәктәптәргә - интернет, колледждарға - заманса ҡорамалдар

2021-2022 уҡыу йылына Башҡортостандың барлыҡ мәктәптәрен дә юғары тиҙлектәге интернетҡа тоташтырыу планлаштырылған. Был турала сираттағы президиум ултырышында республика хөкүмәтенең Премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итте

«Мәғариф» һәм «Һанлы иҡтисад» милли проекттары сиктәрендә Рәсәй Президенты В.В.Путин 2021 йылда мәктәптәрҙе юғары тиҙлектәге интернет селтәренә тоташтырыуҙы бойорҙо. Былар барыһы ла Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә урта һәм дөйөм белем биреү учреждениеларында дистанцион һәм электрон форматта уҡытыу мөмкинлектәрен булдырыу, ИТ-инфраструктураларҙы үҫтереү маҡсатында эшләнелә.
2021-2022 уҡыу йылына Башҡортостандың барлыҡ мәктәптәрен дә интернетҡа тоташтырыу планлаштырылған. Был турала сираттағы президиум ултырышында республика хөкүмәтенең Премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итте.
2021 йылда юғары тиҙлектәге интернетҡа 316 мәктәп тоташтырылған. «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә мәғариф учреждениеларын һанлы ҡорамалдаркомплекттары менән тәьмин итеү дауам итә. Бер комплект эсенә 28 ноутбук һәм бер күп функциялы ҡоролма инә.
2021 йылда проектта 205 мәғариф учреждениеһы ҡатнаша.
- WorldSkills хәрәкәтенә таянып, урта профессиональ белем биреү учреждениеларын модернизациялауҙы ла тиҙләтеүҙе һорайым. 2022 йылға колледждарҙағы 2 меңгә яҡын һөнәрлектәрҙе заманса ҡорамалдар менән тулыландырырға кәрәк. Бынан тыш өҫтәмә белем биреү учреждениелары: технопарктар, кванториумдар ҙа яңыртылырға һәм унда теләгәндәрҙең барыһы ла йөрөй алырлыҡ мөмкинлектәр булдырырға кәрәк,- тине В.В.Путин
#ВВПУТИН
Читайте нас