Новости
7 Апреля 2021, 04:20

Экологик акция көтөлә

Был көндө Башҡортостан Республикаһының бар төбәктәрендә урман территорияларына йәш ағас үҫентеләрен ултыртыу планлаштырылған. Бөгөнгө көндә экологик сарала 35 мең кеше ҡатнашырға теләк белдергән.

“Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара проект сиктәрендә 24 апрелдә республикала “Йәшел Башҡортостан” экологик акцияһының беренсе этабы үтә.
Был көндө Башҡортостан Республикаһының бар төбәктәрендә урман территорияларына йәш ағас үҫентеләрен ултыртыу планлаштырылған. Бөгөнгө көндә экологик сарала 35 мең кеше ҡатнашырға теләк белдергән.
Әйткәндәй, “Хәтер баҡсаһы” акцияһы Рәсәй Президенты В.В.Путиндың ҡушыуы буйынса башҡарыла. Уның ойоштороусылары: “Еңеү ирекмәндәре” бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте һәм Еңеү Полководецтарына арналған хәтер фонды.
#ВВПУТИН
Читайте нас