Новости
6 Апреля 2021, 08:00

Вертолет алып китте

Еңелсә яралар менән ҡотолоусы ике бала дауаханала оҙаҡ ятмаған. Сәләмәтлектәре торошо бер аҙ яҡшырған ике бала санитар транспорт ярҙамында Өфөгә оҙатылған. Уларҙың һуңғыһын һәләкәттә иң ныҡ имгәнеүсе ҡыҙҙы 5 апрелдә махсус рәүештә вертолет килеп республика балалар клиника дауаханаһына алып китте. Реанимацияла ятҡан ҡыҙҙың үпкәһе яһалма вентиляцияға тоташтырылған.

Яҙғы каникул алдынан Йылайыр районында булған юл фажиғәһе бөтә республиканы тетрәтте. Япарһаҙ ауылынан Матрай мәктәбенә уҡырға китеп барған ерҙә 5 бала ултырған автомобиль һәлкәткә осраны. Авариянан һуң төрлә тән йәрәхәттәре алған уҡыусылар Сибай дауаханаһында ятты. Хәлдәре ауыр балаларҙы Өфөгә алып барырға ярамағанлыҡтан, улар һаман урында дауаланды. 5 апрелдә улар артынан башҡаланан санитар авиация килде.
Матрай ауылы юл сатындағы фажиғәлә 3 машина төкөшкән. ВАЗ 2110 автомобиле водителе 5 бәлиғ булмаған үҫмерҙе көндә мәктәпкә ташырға мәжбүр булған. Сөнки балалар уңайлы йәшәү шарттары булмаған ятаҡта йәшәргә теләмәгән. Аварияға эләгеүселәрҙең икәүһенең һаулығына артыҡ зыян килмәһә, машина бәрҙергән яҡта ултырған өс баланың хәле ауыр ине. Уларға ике аҙна дауамында Сибай дауаханаһында тейешле медицина ярҙамы күрһәтелгән.
--Имгәнгән балаларға санитар авиация менән килгән башҡала табиптары төрлө операция яһаны. Шул уҡ мәлдә телемедицина аша Мәскәүҙең Рошаль исемендәге балалар хирургияһы һәм травмотологияһы фәнни-тикшеренеү институты белгестәре менән тура бәйләшешкә сыҡтыҡ. Дауалау файҙа бирҙе. Уҡыусыларҙың сәләмәтлектәре торошо тотороҡланды, тине Сибай үҙәк дауаханыһы баш табибының медицина хеҙмәте буйынса урынбаҫары Милена Бочарова.
Еңелсә яралар менән ҡотолоусы ике бала дауаханала оҙаҡ ятмаған. Сәләмәтлектәре торошо бер аҙ яҡшырған ике бала санитар транспорт ярҙамында Өфөгә оҙатылған. Уларҙың һуңғыһын һәләкәттә иң ныҡ имгәнеүсе ҡыҙҙы 5 апрелдә махсус рәүештә вертолет килеп республика балалар клиника дауаханаһына алып китте. Реанимацияла ятҡан ҡыҙҙың үпкәһе яһалма вентиляцияға тоташтырылған.
Әйткәндәй, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса булдырылған санитар авиация һуңғы 15 көн эсендә Сибайға өс тапҡыр килгән.
#нацпроекты#миллипроекттар
Читайте нас