Икмәк ҡәҙере бөткән ергә афәт һәм сир килә. Икмәк ашауҙан баш тартҡан һәм икмәккә иғтибар бөткән ергә. Бына шул ваҡыттар килеп етте, күрәһең.
Түбәнге Тагилда супермаркеттан икмәкте бына шулайтып (һүрәттә) сығарып ташлағандар… Һүҙ юҡ. Ленинград блокадаһын, бәләкәй генә бер телем икмәккә зар-интизар булған заманалар онотолған икән…
Әйткәндәй, был икмәкте күреп ҡайһы бер пенсионерҙар шунда уҡ алырға керешкән…
Был хәл беҙҙең төбәктә түгел. Әммә уйланырға кәрәк.
Ә һеҙ балаларығыҙға икмәкте ташламаҫҡа өйрәтһегеҙме? Йәштәр икмәк ҡәҙерен беләме?