АТАЙСАЛ
+27 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
5 Апреля 2021, 04:38

Яңы дәреслек сыҡты

Уҡытыусыларға был өлкәлә квалификацияларын күтәреү өсөн курстар ойоштороу ҡаралған.

Президент В.В. Путин ил хөкүмәтенән мәктәптәргә һәм өҫтәмә белем биреү ойошмаларына Генетика буйынса уҡыу дисциплинаһы һәм курстар булдырыуҙы һорны. Бына, ниһайәт, “Просвещение” компанияһы төркөмө 8-9 һәм 10-11 класс уҡыусылары өсөн генетика буйынса уҡыу дәреслектәре йыйылмаһын баҫтырып сығарҙы. Хәҙер ул уҡыу планына айырым курс булараҡ индереләсәк. Уҡытыусыларға был өлкәлә квалификацияларын күтәреү өсөн курстар ойоштороу ҡаралған.
10-11 кластар “Генетика” темаһын айырым курс булараҡ өйрәнһә, 8-9 класс уҡыусылары өсөн “Башланғыс практик молекуляр генетика" дәресе индерелә.
Уҡытыу программаһы теоретик курстан тыш, ҡыҙыҡлы практик эштәрҙе, уйынлы технологияларҙы үҙ эсенә алған.
#ВВПУТИН
Читайте нас