Баймаҡ районында йөктө үлсәү контроле пунктының 8 хеҙмәткәре ҡулға алынған. Улар ҙур күләмле ришүәт алыуҙа ғәйепләнә.
Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, ғәйепләнеүселәр Магнитогорск-Ира автомобиль юлының 134-се саҡрымында урынлашҡан йөктө үлсәү контроле пунктында үҙләштергән. Улар эре габаритлы йөктәрҙең юл япмаһына килтергән зыянына күҙ йомоп ҡараған һәм протоколдар төҙөмәгән. Билдәле булыуынса , ғәйепләнеүселәр 2018 йылдан алып 2021 йылға ҡәҙәр йөгө саманан тыш ауыр булған һәр автомобилде үткәргән өсөн 1-2 мең һум тирәһе аҡса алған. Шулай итеп өс йыл эсендә 329 мең һум үҙләштерелгән тип иҫәпләнә.
Йөктө үлсәү контроле пункты мөдире ҡулға алынған. Бер хеҙмәткәргә айырым эштәр ҡылыу сикләнһә, 6 кеше йорт аресына ултыртылған.