Новости
31 Марта 2021, 04:03

Төплө белем алырға тейештәр

Рәсәйҙә көнбайыш илдәрендәге кеүек мигранттарҙың балаларынан ғына тупланған мәктәптәр булдырыу кәрәкмәй. Был турала Президент В.В.Путин Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ултырышында сығыш яһаны

Рәсәйҙә көнбайыш илдәрендәге кеүек мигранттарҙың балаларынан ғына тупланған мәктәптәр булдырыу кәрәкмәй. Был турала Президент В.В.Путин Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ултырышында сығыш яһаны.
“Европа илдәрендә, шул уҡ Америка Ҡушма Штаттарында мәктәптә сит илдән килеүселәрҙең балалары уҡый икән, урындағы халыҡ балаларын икенсе мәктәптәргә күсерә башлай. Шулай итеп унда мигранттарҙың балаларына ғына тупланған мәктәптәр барлыҡҡа килә. Илдә йәшәү ваҡыты үткән осраҡта, улар уҡып бөтмәһәләр ҙә үҙ илдәренә ҡайтарыла. Беҙҙә ундай хәл булмаясаҡ”, -тине ил башлығы.
Ил башлығы билдәләүенсә, һәр мәктәптә урындағы халыҡтың балаларына ла адаптация үтә алырыу мөмкинлеге кәрәк. Сит ил балаларына Рәсәйҙең мәҙәниәтен, тарихын төплө белеү, телде өйрәнеү мотлаҡ талап. Рәсәйҙә уҡыған һәр бала төплө белем алырға тейеш.
#ВВПУТИН
Читайте нас