АТАЙСАЛ
+29 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
31 Марта 2021, 04:15

РӘСӘЙ КИМӘЛЕНДӘГЕ ЕҢЕҮ

Сибай ҡалаһының “Әкиәт” балалар баҡсаһы мөдире Наталья Фәттәхова Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы.

Сибай ҡалаһының “Әкиәт” балалар баҡсаһы мөдире Наталья Фәттәхова Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы. Лев Выготский исемендәге конкурста “Мөдир” номинацияһында уға етеүсе булманы. Балалар баҡсаһы етәкселәренән 410 ғариза ҡабул ителгән, уларҙың тик 10-ауһы ғына еңеүселәр исемлегенә индерелгән.

Конкурсты Рыбаковтар ғаиләһенең Мәрхәмәтлек фонды ойошторған, улар конкурс стратегияһын булдырған һәм финанс-мәғлүмәт ярҙамы ла күрһәтә.

Наталья Фәттәхова идаралыҡ практикаһын күрһәткән. Берҙәм команданың эффектив эшләү инструменттарын, технологияларын, алымдарын ҡулланыу белем биреү программаларын уңышлы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итеүен иҫбатлаған.

Читайте нас