Новости
30 Марта 2021, 04:13

Хәрби хеҙмәткә саҡырыу башлана

Егеттәр үҙ теләге менән хеҙмәткә алынғансы коронавирустан прививка эшләтә ала. Прививка алырға өлгөрмәгәндәргә...Тулыраҡ сайтта.

Президент Владимир Путин 2021 йылдың 1 апреленән 15 июлгә тиклем хәрби хеҙмәткә саҡырыу указына ҡул ҡуйҙы. Ошо ваҡытта ҡораллы көстәр сафын 134650 кеше тулыландырырға тейеш.
Рәсәй ҡораллы көстәре генераль штабының ойоштороу-мобилизация идаралығы хәбәр итеүенсә, армияға яҙғы саҡырыу хәүефһеҙлек талаптарын иҫәпкә алып башҡарыласаҡ. Егеттәр үҙ теләге менән хеҙмәткә алынғансы коронавирустан прививка эшләтә ала. Прививка алырға өлгөрмәгәндәргә вакцинация хәрби частарҙа үткәрелә.
#ВВПУТИН
Фото интернет селтәренән.
Читайте нас