Май айында республикабыҙ халҡын оҙайлы ялдар көтә. 1 май—Яҙ һәм хеҙмәт байрамы, 9 Май—Еңеү көнө Рәсәй Федерацияһының хеҙмәт кодексының 112-се статьяһына ярашлы байрам көндәре.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарары менән 2021 йылдың 13 майы—Ураҙа байрам булараҡ ял көнө тип иғлан ителгән.
Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында байрам уңайынан ял көндәре булып 1, 2, 3, 8, 9, 10 һәм 13 май һанала. Байрам алды көндәрендә 30 апрелдә һәм 12 майҙа эш сәғәттәре 1 сәғәткә ҡыҫҡара.
Рәсәй Федерацияһының хеҙмәт кодексына ярашлы йыл һайын бирелә торған йәки түләнгән өҫтәмә отпускыға эш көнө булмаған байрамдар 1,9 һәм 13 май отпускының календарь көндәренә иҫәпләнмәй.