Ай һайын түләнә торған компенсация бер ҡайҙа ла эшләмәүсе, әммә 1-сө төркөм инвалидын йә 80 йәште уҙған, даими тәрбиәләүгә мохтаж оло йәштәге кешене бағыусыларға тәғәйенләнгән. Хәҙер талап ителгән ҡайһы бер белешмәләр ведомство-ара ғына хәл ителә. Йәғни граждандарға бер ҡайҙа ла эшләмәүен, эшһеҙлек буйынса пособие алмауын иҫбат итеп документ йыйырға кәрәкмәйәсәк. Шулай уҡ тәрбиәгә алыныусының йәшәү урыны үҙгәреүе хаҡында белешмә талап ителмәй.