Республика Башлығы Радий Хәбиров Хәйбулла районын эсәр һыу менән тәьминәт мәсьәләһен хәл итергә ҡушты.
--Төбәктә һыу үткәргестәр һуҙыу зарур. Халыҡты йәшәү сығанағы булған һыуһыҙ ҡалдырырға ярамай. Республика финанс ярҙамы күрһәтәсәк. Проект та, экспертиза ла бар,--тине Радий Фәрит улы, Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповҡа.
Башлыҡ премьер-министр Андрей Назаровҡа районға биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү федераль программаһына ярашлы финанслауға сығымдар табырға ҡушты. Аҡса төбәккә һыу үткәреүгә, фельдшер-акушер пункттары төҙөүгә һәм район үҙәге Аҡъярҙа 550 урынға иҫәпләнгән полилингваль мәктәп төҙөүгә йүнәлтеләсәк.