АТАЙСАЛ
+26 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
26 Марта 2021, 04:27

Хеҙмәт күрһәтеү сифаты яҡшырһын өсөн

Туроператорҙар һәм агентлыҡ үҙ клиенттарына мөрәжәғәт иткәндән башлап, ял итеп ҡайтҡансы сифатлы хеҙмәт күрһәтергә тейеш

Президент В.В. Путин берҙәм туристик агенттар реестрын булдырыу тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. Хәҙер был реестрға индерелмәгән агенттар туризм өлкәһендә эшләй, агентлыҡтар үҙ хеҙмәтен күрһәтә алмай. Реестрға теркәлеү мотлаҡ һәм бушлай. Агентлыҡ хеҙмәткәрҙәре үҙ ойошмаһы, клиенттар менән килешеү тураһындағы мәғлүмәтте шәхси кабинет аша федераль реестрға теркәп торорға тейеш. Килешеү боҙолған осраҡта ла мәғлүмәт өс көн эсендә бирелергә тейеш.
“Был закон туриситик агентлыҡтар эшмәкәрлеген яҡшырта, хеҙмәт күрһәтеүҙең һәйбәт кимәлдә алып барыуы өсөн дә бик мөһим. Туроператорҙар һәм агентлыҡтар үҙ клиенттарына мөрәжәғәт иткәндән башлап, ял итеп ҡайтҡансы сифатлы хеҙмәт күрһәтергә тейеш,” – ти Башҡортостан Республикаһының туризм дәүләт комитеты председателе Эльмира Туҡанова.
Закон үҙ көсөнә 2022 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инәсәк.
#ВВПУТИН
Читайте нас