Халыҡ-ара “Еңеү диктанты” патриотик акцияһы быйыл Рәсәйҙә өсөнсө тапҡыр үткәрелә. Быйыл был диктантты 29 апрель яҙасаҡбыҙ. Уны махсус булдырылған майҙансыҡтарҙа ла, диктантпобеды.рф. сайтында онлайн да яҙып була..
--Быйыл диктант майҙансыҡтары ҙур ҡалаларҙа ғына түгел, бәләкәй төбәктәрҙә лә ойошторола. Шулай уҡ сит илдә йәшәүсе ватандаштарыбыҙ ҙа акцияла ҡатнаша ала. Кем теләй онлайн-форматҡа ҡушылырға мөмкин, - “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Тарихи хәтер” проекты рәйесе Сергей Нарышкин.
Диктант яҙыуҙа ҡатнашыусыларға 25 йөкләмәне үтәргә тура киләсәк. 20 һорау хәрби-тарихи темаға ҡағыла, 5 һорау төбәктән бирелә.