АТАЙСАЛ
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
24 Марта 2021, 09:30

Биш бала йәрәхәтләнгән

Йылайыр районында балаларҙы күрше ауыл мәктәбенә уҡырға алып китеп барған автомобиль һәләкәткә осраған. Был хаҡта Fasebookтағы сәхифәһендә райондың юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәре Ирек Дәүләтбирҙин хәбәр итте.

Авария Юлдыбай-Аҡъяр-Сара юлының 18-се саҡрымында иртәнсәк теркәлгән. ВАЗ-2110 машинаһы менән идара итеүсе 46 йәшлек ир төп юлға сыҡҡан ерҙә ГАЗ йөк машинаһына юл бирмәгән һәм уны бәрҙергән. Бәрелгән грузовик ҡаршы юлдан килеүсе "Hyundai Accent" автомобиленә төкөгән. Һөҙөмтәлә ВАЗ-2010 автомобилендә ултырыусы 5 бәлиғ булмаған бала төрлө тән йәрәхәттәре алған. Билдәде булыуынса, 5-8 класс уҡыусылары Япарһаҙ ауылынан Матрай мәктәбенә уҡырға килә ятҡан. Фажиғә урынында полиция эшләй. Балалар Сибай үҙәк дауаханаһына килтерелгән. Араларында бер ҡыҙҙың хәле бик ауыр.
Читайте нас