АТАЙСАЛ
+26 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
23 Марта 2021, 03:39

Вуз-ара студент кампусы төҙөүсе

Башҡортостан Республикаһында донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге сиктәрендә вуз-ара студент кампусы ойоштороу күҙаллана. Биш мең кешегә иҫәпләнгән объектты Өфөнөң Дим районында урынлаштырыу ҡаралған.

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2022 – 2030 йылдарҙа Рәсәй юғары уҡыу йорттарында заманса кампустар селтәрен ойоштроуҙы һораны.
“Рәсәй Федерацияһы хөкүмәтенә 2022 – 2030 йылдарҙа Рәсәйҙең өҫтөнлөклө төбәктәрендә юғары белем биреүсе мәғариф ойошмаларының заманса кампустары селтәрен төҙөүҙе тәьми итеү, юғары белем биреүсе мәғариф учреждениелары объекттарын капиталь ремонтлау һәм реконструкциялау буйынса кәмендә өс проектты тормошҡа ашыра башларға”, – тиелә проекттың тексында.
Шулай уҡ, Президент Хөкүмәткә студенттарҙың төҙөлөш отрядтарын һәм Рәсәй вуздарында архитектура, төҙөлөш һәм реставрация бүлектәрендә белем алған йәштәрҙе кампустар төҙөлөшөнә йәлеп итергә ҡушты.
Башҡортостан Республикаһында ла донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге сиктәрендә вуз-ара студент кампусы ойоштороу күҙаллана. Биш мең кешегә иҫәпләнгән объектты Өфөнөң Дим районында урынлаштырыу ҡаралған.
#ВВПУТИН
Читайте нас