Новости
23 Марта 2021, 04:00

Эш сифатын арттырып

«Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының «Һаулыҡ һаҡлау берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә берҙәм цифрлы контур булдырыу» төбәк программаһына ярашлы Сибай үҙәк дауаханаһына күп функциялы 2 ҡорамал һәм 4 принтер ҡайтарылды.

--Эш урындарының заманса техника менән йыһазландырылыуы хеҙмәткәрҙәргә медицина документацияһы сифатын яҡшыртып ҡына ҡалмай, белешмәләр әйләнешен тиҙләтеп, эш һөҙөмтәһен күпкә арттырасаҡ, -- тине ҡала үҙәк дауаханаһының баш табибы Радик Нәҙерғолов.
#ЦГБСИБАЙ
#РегиональныеПроекты
#РегПроекты
#МинздравРБ
#НацПроектыБашкортостан
Читайте нас