Новости
22 Марта 2021, 06:45

ЯҠШЫЛЫҠ ЕРҘӘ ЯТЫП ҠАЛМАЙ

Тимур ике баланы сығара, артабан өсөнсө бала артынан инә. Төтөн баҫҡан подъездан күтәрелеү анһат булмай, әлбиттә.

2020 йылдың ноябрендә Баймаҡ эске эштәр бүлегендә эшләүсе Тимур Кәлимуллин төшкө ашҡа ҡайтҡан мәлдә бер йорт тәҙрәһенән төтөн сыҡҡанын күреп ҡала. Шунда уҡ ярҙамға йүгерә. Шул ваҡытта янғын һүндереүселәр ҙә килеп етә. Бергәләшеп иҫен юйған ҡатынды сығарған арала, Тимур балконда балаларҙы шәйләп ҡала. Тимур ике баланы сығара, артабан өсөнсө бала артынан инә. Төтөн баҫҡан подъездан күтәрелеү анһат булмай, әлбиттә. Тағы ике үҫмерҙе, бер пенсионерҙы янғын һүндереүселәр баҫҡыс яраҙмында төшөрөп ала.
Әлеге батырлығы хаҡында Тимур коллегаларына һөйләмәй. Эске эштәр бүлегенә бер ҡатындың рәхмәт белдереп яҙған хатын уҡып ҡына белеп ҡалалар. Әле хеҙмәткәрҙе тәбрикләү сараһы ҡарала.
сығанаҡ: Башинформ
Читайте нас