--Баймаҡ ҡалаһының стадионында капиталь ремонт дауам итә. Төҙөүселәр ҡыйығын яңыртты, йылытыу системаһын эшләне, бина эсендә эске яҡтан биҙәү, электр яҡтыртыу системаһын йүнәтеү эштәре алып барыла. Бөгөн яңы футбол майҙанын һәм йүгереү юлдарын һалыу өсөн материалдар килә башланы, - тип хәбәр итә социаль селтәрҙә Баймаҡ районы башлығы Фәнис Әминев.