Новости
19 Марта 2021, 03:55

ҺАРЫ ҠАРҘАР ЯУА

Ғәҙәттә, ҡыҙыл ҡар яуғас, тип шаяртырға яратабыҙ... Яумаһын инде ул ҡыҙыл ҡар. Ҡыҙыл түгел, һары ҡарҙары һағайта әле ул... Кисә бер нисә төбәктә һары ҡар яуҙы.

Нефтекамск ҡалаһында һары ҡар яуған. Был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итәләр. Ошондай уҡ хәл Ульяновск, Һарытау өлкәһендә булған. Күптәр был сәйер хәлде Ҡытай ҡом буранына бәйләй.
"Башинформ" мәғлүмәт үҙәге эколог Денис Насыровҡа мөрәжәғәт иткән.
- Был ҡом бураны һөҙөмтәһе булырға мөмкин, йә иһә тимер оксиды. Проба алып, составын тикшермәйенсә бер ни ҙә әйтеп булмай. Әммә, минеңсә, был Ҡытайҙан түгел, сөнки елдең бөгөн йүнәлеше ул яҡтан булманы, тиҙлеге көслө лә түгел ине, - ти эколог.
Тәбиғәткә ҡарашты үҙгәртмәһәк, һаҡламаһаҡ, тәүбә, алда ни көтөүен уйлауы ҡурҡыныс.
Читайте нас