АТАЙСАЛ
+26 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
18 Марта 2021, 04:13

Табипҡа яҙылыу өсөн берҙәм телефон номеры үҙгәрә

2021 йылдың 1 апреленән Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Бәйләнеш үҙәге табипҡа яҙылыу өсөн берҙәм телефон номерын үҙгәртә.

Рәсәй Президенты В.В. Путин COVID-19 киҙеүе менән ауырыусыларға табипҡа яҙылыу, өйҙәренә саҡыртыу, бушлай консультация алыу өсөн берҙәм телефон номеры булдырыуҙы 2020 йылдың ноябрендә тәҡдим иткәйне. Вице-премьер Дмитрий Чернышенко билдәләүенсә, 122 номерына шылтыратып, ауырыуҙарға ярҙам алыу мөмөкинлеге булдырылды.

2021 йылдың 1 апреленән Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Бәйләнеш үҙәге берҙәм 1301 номерын 122-гә үҙгәртә. Был номерға шылтыратып, барлыҡ табиптарға ла яҙылып була.
Ведомствоның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Башҡортостан – Рәсәйҙә 1301 номеры тулыһынса эшләгән берҙән-бер төбәк. Көтөү ваҡыты, ҡағиҙә булараҡ, бер минуттан артмай, ҡыҫҡа номерға шылтыратыуҙарға тариф билдәләнмәй. Табипҡа яҙылыу, өйгә табип саҡыртыу һәм вакцинацияға яҙылыу мәсьәләләре буйынса иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 7-гә тиклем шылтыратырға мөмкин.
#ВВПУТИН
Читайте нас