Новости
17 Марта 2021, 07:00

Почта бүлексәһендә лә дарыу һатыла

Рәсәй Почтаһы хеҙмәткәрҙәре быны бик уңайлы тип иҫәпләй

Аҙым һайын дарыухана, тиһәк тә ҡайһы саҡ кәрәк ерҙә улар булмай сыға. Дарыу эҙләп арыуыҡ ҡына ара үтергә тура килә. Сибай ҡалаһының Горький урамы, 53А адресына яҡын йәшәүселәргә хәҙер дарыухана яндарында ғына буласаҡ. Сөнки ошо адреста урынлашҡан почта бүлексәһендә дарыуҙар һатыла башлаған. Дарыухана почта бүлексәһе менән бер үк эш режимында эшләй.
Рәсәй Почтаһы һәр ҡалала, һәр ауылда дарыухана асырға ниәтләй. “Почтала дарыухананың булыуы клиенттар өсөн уңайлы. Айырыуса әлеге эпидемиологик хәл мәлендә”,- ти Рәсәй почтаһының Башҡортостан идаралығы директоры Ирек Ғәлимов.
Әле Нефтекама ҡалаһында ошондай дарыухана эшләй башлаған. Башҡортостандан ситтә шундай һигеҙ дарыухана бар. Уның алтауһы Һамар өлкәһендә, берәүһе Ульяновскиҙа, берәүһе Сыуаш Республикаһында.
Ҡала халҡы өсөн, әлбиттә, был әллә ни ҡыуаныс та тыуҙырмайҙыр, бәлки, ә бына ауыл почта бүлексәләрендә һатылһа, уңайлы булыр ине, моғайын.
Читайте нас