Хәйбулла районы хакимиәтенең ауыл хужалығы һәм фермерҙарҙан торған төркөмө республика делегацияһы составында Дондағы Ростов ҡалаһында иген урыу комбандары етештереүсе заводҡа барҙы. Тәжрибә уртаҡлашыу “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарҙыр инициативаһына ярҙам күрһәтеү” милли проектының “Фермерҙарға ярҙам күрһәтеү системаһы һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Ростсельмашта бер көн” программалары сиктәрендә
сиктәрендә тормошҡа ашырылды.
Хәйбуллалар “Ростсельмаш” һәм "Клевер" комбайн заводтарының техника һәм ҡорамалдар етештереүсе бөтә линиялары менән танышты, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды, йәмғиәттең конструктор һәм инженер хеҙмәте белгестәре менән осрашты. Аграрийҙар шулай уҡ башҡа төбәктең ауыл хужалығы белгестәре менән тығыҙ аралашып, фекерҙәр, идеялары менән уртаҡлашты. Республика делегацияһы заводтың музейында булып, бында иң баштан сығарыла башлаған "Сталинец" прицеплы комбайнынан алып хәҙерге мәлдәге заманса моделле техникаға тиклем ҡараны.
Төбәк игенселәре “Ростсельмаш” йәмғиәте менән күптән хеҙмәттәшлек итә. Шуны билдәләп китеү зарур: иген урыу техникаһын һатып алыу буйынса Хәйбулла районы республикала алдынғылыр рәтендә. Оҙаҡ хеҙмәттәшлектең һөҙөмтәһе--район үҙәге Аҡъярҙа заводтың запас частәр магазины асылыуы. Был сауҙа нөтәһе Урал аръяғында комбайнға запас частәр һатылған берҙән-бер магазин.
#Нацпроекты#миллипроекттар
#Созданиесистемыподдержкифермеровиразвитиесельскойкооперации