АТАЙСАЛ
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
15 Марта 2021, 16:15

Сибай уҡытыусылары һынатмаҫ

Бөгөн Өфөлә “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” республика һәм “Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” төбәк-ара конкурстары башланды. Һөнәри беренселектә 198 уҡытыусы ярыша.Мәртәбәле сарала ярыштың муниципаль этабында еңгән Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы уҡытыусылары Миләүшә Хәмитова, Гөлнара Ибраһимова, 1-се мәктәп уҡытыусыһы Алексей Кириков ҡалабыҙ намыҫын яҡлап сығыш яһай. Миләүшә Ишбулды ҡыҙы “Йыл уҡытыусыһы” йүнәлешендә, Гөлнара Дәүләтша ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса, математик Алексей Александрович “Йәш уҡытыусы” номинацияһында көс һынаша. Конкурсанттарҙы алда асыҡ дәрестәр биреү, класс сәғәттәре, оҫталыҡ кластары уҙғарыу, пресс-конференция көтә. Еңеүселәр исеме 23 мартта билдәле буласаҡ.

Бөгөн Өфөлә “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” республика һәм “Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” төбәк-ара конкурстары башланды. Һөнәри беренселектә 198 уҡытыусы ярыша.
Мәртәбәле сарала ярыштың муниципаль этабында еңгән Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы уҡытыусылары Миләүшә Хәмитова, Гөлнара Ибраһимова, 1-се мәктәп уҡытыусыһы Алексей Кириков ҡалабыҙ намыҫын яҡлап сығыш яһай. Миләүшә Ишбулды ҡыҙы “Йыл уҡытыусыһы” йүнәлешендә, Гөлнара Дәүләтша ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса, математик Алексей Александрович “Йәш уҡытыусы” номинацияһында көс һынаша. Конкурсанттарҙы алда асыҡ дәрестәр биреү, класс сәғәттәре, оҫталыҡ кластары уҙғарыу, пресс-конференция көтә. Еңеүселәр исеме 23 мартта билдәле буласаҡ.
Яҡташтарыбыҙға уңыштар теләйбеҙ!
Фото “Сибайский рабочий” гәзите сайтынан.
Читайте нас