Рәсәй Федерацияһы генераль прокуратураһы хәбәр итеүенсә "Башҡорт сода компанияһы"ның акциялары Рәсәй мөлкәтенә күсә.
Быға тиклем дәүләт мәнфәғәтен яҡлау маҡсатында Башҡортостан Республикаһының Арбитраж судына "Башҡорт химияһы", "Төбәк фонды" йәмғиәттәре, "Башҡорт химияһы" сауҙа йортоноң акцияларын дәүләткә ҡайтарыу тураһында дәғүә бирелгәйне.
Рәсәй Президенты В.В.Путин 2020 йылдың авгусында"Башҡорт сода компанияһы"-ның акционерҙары килемде төбәкте үҫтереүгә, ғөмүмән, үҙҙәре эшләгән компанияның эшмәкәрлеген яҡшыртыуға түгел, ә сит илгә сығарыуҙарына ризаһыҙлығын белдерҙе. Төбәк башлығына һәм Рәсәй прокуратураһына сода сәнәғәте республикаһы дәүләт контролен юғалтыуыға килтергән килешеүҙең законлылығын тикшереүҙе һораны. Һөҙөмтәлә компанияның акцияларын дәүләткә кире ҡайтарыу дәғүәһе ыңғай хәл ителде.