АТАЙСАЛ
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
12 Марта 2021, 05:15

Хеҙмәте маҡтаулы исемгә лайыҡ

Өфөлә ауыл хужалығы министрлығының Колонналар залында Республика Башлығы Радий Хәбиров иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында эшләгән 59 алдынғы хеҙмәткәргә ордендар, миҙалдар, Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары тапшырҙы.Бүләкләнеүселәр араһында Сибай педагогия колледжының математика уҡытыусыһы Сәйҙә Хөрмәт ҡыҙы Мәмбәтҡолова ла бар. Уға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы” маҡтаулы исеме бирелде.Сәйҙә Мәмбәтҡолованы юғары наградаға лайыҡ булыуы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Һәр ваҡыт шулай лайыҡлы хеҙмәтегеҙҙең емештәрен татып, яңынан-яңы уңыштарға һәм ҡаҙаныштарға өлгәшеп йәшәргә һәм эшләргә яҙһын!

Өфөлә ауыл хужалығы министрлығының Колонналар залында Республика Башлығы Радий Хәбиров иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында эшләгән 59 алдынғы хеҙмәткәргә ордендар, миҙалдар, Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Бүләкләнеүселәр араһында Сибай педагогия колледжының математика уҡытыусыһы Сәйҙә Хөрмәт ҡыҙы Мәмбәтҡолова ла бар. Уға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы” маҡтаулы исеме бирелде.
Сәйҙә Мәмбәтҡолованы юғары наградаға лайыҡ булыуы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Һәр ваҡыт шулай лайыҡлы хеҙмәтегеҙҙең емештәрен татып, яңынан-яңы уңыштарға һәм ҡаҙаныштарға өлгәшеп йәшәргә һәм эшләргә яҙһын!
Читайте нас