Новости
12 Марта 2021, 04:16

Эшҡыуарҙарҙың килеме күҙәтеү аҫтында

Алынған килемдең ниндәй йүнәлешкә һалыныуы тураһында квартал һайын хәбәр итеп торорға кәрәк буласаҡ.

Рәсәй Президенты В.В.Путин Федераль һалым хеҙмәтенә эре эшҡыуарлыҡтың килемен һәм инвестиция әүҙемлеген йыл буйына күҙәтеп барыуҙы һораны.
"Федераль һалым хеҙмәтенә илдәге эре эшҡыуарлыҡты (ҙур компанияларҙы) мониторингта тотоуҙы һорайым. Алынған килемдең ниндәй йүнәлешкә һалыныуы тураһында квартал һайын хәбәр итеп торорға кәрәк буласаҡ,"- тине ил башлығы.
В.В.Путин билдәләүенсә, Рәсәй халҡы өсөн мөһим булған социаль, иҡтисади, төҙөкләндереү, экология проекттарын булдырыуҙы эшҡыуарҙар күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тейеш.
#ВВПУТИН
Читайте нас