АТАЙСАЛ
+26 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
11 Марта 2021, 04:32

Пособиеның күләме арта

Быға тиклем пособиеның күләме йәшәү минимумының 50%-ы ғына ине.

Рәсәй Президенты В.В. Путин 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балаларға пособие түләүгә ранжировка эшләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.
Быға тиклем пособиеның күләме йәшәү минимумының 50%-ы ғына ине. Хәҙер яңы указға ярашлы, ғаиләнең килеме йәшәү минимумынан түбән икән, пособие 75% йә 100% күләмендә билдәләнәсәк. Указ 1 апрелдән ғәмәлгә инһә лә, ул 2021 йылдың ғинуарынан һанала. Уны алыу өсөн 1 апрелдән төбәк социаль учреждениеларында ғариза тапшырырға кәрәк.
2021 йылдың 1 мартынан пособие түләү системаһы тикшерелә башланы. Хәҙер түләүҙәр алыу өсөн кәрәкле документтарҙы ата-әсә үҙе йыйырға тейеш. Быға тиклем коронавирус пандемияһы булғанға күрә, пособие автоматик рәүештә тәғәйенләнә ине.
#ВВПУТИН
Читайте нас