АТАЙСАЛ
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
11 Марта 2021, 13:00

Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡара

Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡара, тиҙәр. Сибай ҡалаһы ирекмәндәре тап ошо хаҡиҡәтҡә таянып эш итә лә инде. Былтыр коронавирус пандемияһы осоронда уларҙың хеҙмәтенә тағы ла һорау артты. Ирекмәндәр оло быуын вәкилдәренә аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙар ташыны, шылтыратыуҙар ҡабул итеп мохтаждарға төрлө ярҙам күрһәтте. Изгелек хаҡына йөрөүселәрҙең хеҙмәте төрлө дипломдар һәм Рәхмәт хаттары менән баһаланыуы ҡыуаныслы. Ошо көндәрҙә Сибай ирекмәндәре “Изге эштәр муниципалитеты” республика конкурсында еңеп сығыуы билдәле булды.Дауамы сайтта.

Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡара, тиҙәр. Сибай ҡалаһы ирекмәндәре тап ошо хаҡиҡәтҡә таянып эш итә лә инде. Былтыр коронавирус пандемияһы осоронда уларҙың хеҙмәтенә тағы ла һорау артты. Ирекмәндәр оло быуын вәкилдәренә аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙар ташыны, шылтыратыуҙар ҡабул итеп мохтаждарға төрлө ярҙам күрһәтте. Изгелек хаҡына йөрөүселәрҙең хеҙмәте төрлө дипломдар һәм Рәхмәт хаттары менән баһаланыуы ҡыуаныслы. Ошо көндәрҙә Сибай ирекмәндәре “Изге эштәр муниципалитеты” республика конкурсында еңеп сығыуы билдәле булды.
Сибайҙа ирекмәндәр хәрәкәте тәүге көндәрҙән үк тотороҡло эшләй. Улар эшмәкәрлектәрен ситкә танытыу маҡсатында республика, Бөтә Рәсәй конкурстарында йыл да әүҙем ҡатнаша. 2019 йылда, мәҫәлән, “Тиҫтер” балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр клубтары берекмәһе нигеҙендә булдырылған ирекмәндәр үҙәге“Социаль әүҙемлелек” төбәк проектында еңеү яуланы. Проектты ойоштороусылар үҙәккә кәрәкле йыһаз, техник ҡорамалдар һатып алыуға финанс ярҙамы күрһәтте. 2020 йылда иһә үҙәктә “Беҙ бергә” волонтерҙар штабы барлыҡҡа килде. Быйыл да уларға уңыш йылмайҙы.
--Еңеүселәр араһында сибайҙар булыуы бик ҡыуаныслы. Бындай еңеү ҡалала ирекмәндәр эшмәкәрлеген артабан да әүҙемләштереү мөмкинлеге бирә. Беҙ изге эштәрҙе ярышта еңер өсөн түгел, мохтаждарға ярҙам итер өсөн башҡарабыҙ. Шуныһы иң мөһиме,-- тине Лена Мөхәмәтова, “Тиҫтер” балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр клубтары берекмәһе етәксеһе.
Махсус комиссия ҡала округтары һәм муниципаль райондар араһында 6 еңеүсене билдәләгән. Республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов әйтеүенсә, конкурстың маҡсаты булып һәр муниципалитетта изгелек үҙәктәре булдырыу тора. Еңеүселәр ирекмәндәр эшмәкәрлеген тағы ла әүҙемләштереп ебәреү өсөн ресурс ярҙамы аласаҡ.
Читайте нас