Новости
10 Марта 2021, 04:26

Штраф һалмаһындар тиһәгеҙ

Хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн граждандарға 10-20 мең һум, вазифалыларға 20-40, юридик ойошмаларға 70-200 мең һум штраф һалынасаҡ.

Рәсәй Президенты В.В.Путин тағы бер указға ҡул ҡуйҙы. Указға ярашлы илдә митингтар ойотороу һәм финанслау буйынса эш алып барыусылар, хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә буйһонмаусылар яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.
Шулай итеп, күп кеше ҡатнашҡан митингтар, акциялар ойоштороуҙа хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн граждандарға 10-20 мең һум, вазифалыларға 20-40, юридик ойошмаларға 70-200 мең һум штраф һалынасаҡ. Митингтар ойоштороуға аҡса йыйыусылар, аҡса күсереүселәргә лә штраф һалыу ҡаралған.
Бынан тыш хоҡуҡ һаҡлаусыларға буйһонмағандарға ла 500 һумдан 40000 һумға тиклем штраф булдырыласаҡ..
#ВВПУТИН
Читайте нас