Юлдарҙы ремонтлау һәм төҙөү идаралығы, ауыл биләмәләре, тау сәнәғәте предприятиелары техникалары кисә, бөгөн юлдарҙы ҡар өйөмөнән таҙарта. Ҡамауҙа ҡалған ауылдарҙы оло юл менән тоташтырыу өсөн барыһы ла эшләнә. Ҙур Арыҫланғол, Һаҡмар-Наҙарғол, Вәлит, Комсомол ауылдарына илткән юлдарға көрт ныҡ һалғанлыҡтан, был тарафтарҙа һаман эштәр дауам итә.
-- Юлдарҙы ремонтлау һәм төҙөү идаралығының ҡар таҙартыу техникаһы көсөргәнешле режимда эшләй. Йәшәү тәьминәте системаларында авариялар теркәлмәгән. Хәл контролдә тотола,--тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.