Рәсәй Федерацияһы хөкүмәтенән төбәктәрҙә транспорт инфраструктураһын яҡшыртыуға өҫтәмә рәүештә 100 миллиард һум аҡса бүленәсәк. Автомобиль юлдарының хәүефһеҙлеген һәм сифатын яҡшыртыуға бүленсәк суманы 69 төбәккә йүнәлтеү планлаштырыла. «Төбәк муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәтле автомобиль юлдарын үҫтереүгә ярҙам итеү» ведомствоның маҡсатлы программаһы сараларына быйыл - 16,7 миллиард, 2022 йылда 29,5 миллиард һум бүлеү ҡаралған. «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» дәүләт проекты 2030 йылға тиклем оҙайтылды.