Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Март 2021, 13:45

Донъяһы тотҡаһы—ҡатын-ҡыҙ

Республика конкурсында Хәйбулла данын әүҙем, ижади ҡатын-ҡыҙҙар, муниципаль этабы еңеүселәре яҡланы. «Ҡатын-ҡыҙ--лидер» номинацияһында Оло Әбеш ауылы фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире, Әбеш ауыл Советы ҡатын-ҡыҙҙары советы рәйесе Рәйсә Күскилдина ҡатнашһа, «Ҡатын-ҡыҙ-- мәҙәниәт» номинацияһына Бәләкәй Арыҫланғол ауыл клубының мәҙәни саралар ойоштороусыһы Гөлназ Сурина һәм Оло Әбеш ауылы ҡатын-ҡыҙҙары советы рәйесе, «Йәйғор» балалар баҡсаһы ашнаҡсыһы Аҡсәскә Әбделмәнова дәғүә итте.«Ҡатын-ҡыҙ--әсәй» номинацияһында Оло Әбеш ауылында йәшәүсе күп балалы әсә, «Әсәлек даны» миҙалына эйә булыусы Рәзилә Илембәтова һәм Яңы Ергән ауылы мәктәбе тәрбиәсеһе Сәлиә Ҡоломбәтова ярышты.

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан баш ҡаланың «Торатау» конгресс-холында V «Ҡатын-ҡыҙ--милләт әсәһе» республика конкурсының финалы үтте.
Конкурс уҙған йылдың 1 ноябрендә башланып, ике этапта--муниципаль һәм республика кимәлендә ойошторолдо. Конкурста еңеүселәрҙе «Ҡатын-ҡыҙ--мәҙәниәт», «Ҡатын-ҡыҙ--әсәй», «Ҡатын-ҡыҙ--лидер», «Ҡатын-ҡыҙ--ғалимә», «Ҡатын-ҡыҙ--уҡытыусы», «Ҡатын-ҡыҙ--бизнес-леди», «Ҡатын-ҡыҙ--һөнәр оҫтаһы», «Ҡатын-ҡыҙ--йыл үрнәге», «Өлкән йәштәге ҡатын-ҡыҙ», «Иң йәш йәмәғәт эшмәкәре» номинацияларында билдәләнеләр.
Республика конкурсында Хәйбулла данын әүҙем, ижади ҡатын-ҡыҙҙар, муниципаль этабы еңеүселәре яҡланы. «Ҡатын-ҡыҙ--лидер» номинацияһында Оло Әбеш ауылы фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире, Әбеш ауыл Советы ҡатын-ҡыҙҙары советы рәйесе Рәйсә Күскилдина ҡатнашһа, «Ҡатын-ҡыҙ-- мәҙәниәт» номинацияһына Бәләкәй Арыҫланғол ауыл клубының мәҙәни саралар ойоштороусыһы Гөлназ Сурина һәм Оло Әбеш ауылы ҡатын-ҡыҙҙары советы рәйесе, «Йәйғор» балалар баҡсаһы ашнаҡсыһы Аҡсәскә Әбделмәнова дәғүә итте.
«Ҡатын-ҡыҙ--әсәй» номинацияһында Оло Әбеш ауылында йәшәүсе күп балалы әсә, «Әсәлек даны» миҙалына эйә булыусы Рәзилә Илембәтова һәм Яңы Ергән ауылы мәктәбе тәрбиәсеһе Сәлиә Ҡоломбәтова ярышты.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса гүзәл заттарҙың барыһы ла диплом менән бүләкләнде. Бынан тыш, Рәзилә Илембәтова әүҙем гражданлыҡ позицияһын күрһәткән һәм башҡорт халҡының рухи-мәҙәни ҡиммәттәрен пропагандалау өсөн республика Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең Почет грамотаһына лайыҡ булды. Рәйсә Күскилдинаға Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачевтың Рәхмәт хаты тапшырылды.