Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Март 2021, 11:24

Фермер хужалыҡтарына ярҙам

Башҡортостан Республикаһы етәкселәре ауылдарҙағы фермер хужалыҡтары продукцияларын үҫтереүгә һәм уларҙы һатыуға сығарыуға булышлыҡ итәсәк.

Башҡортостан Республикаһы етәкселәре ауылдарҙағы фермер хужалыҡтары продукцияларын үҫтереүгә һәм уларҙы һатыуға сығарыуға булышлыҡ итәсәк.
2020 йыл һөҙөмтәләре буйынса фермер хужалыҡтары продукциялары төбәктәге аграр сәнәғәт комплексының дөйөм үҫеше буйынса 14 процент тәшкил иткән. Был, 2019 йыл менән сағыштырғанда, 1,5 процентҡа күберәк.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Файзрахманов билдәләүенсә, бөгөнгө фермерлыҡ элеккеһенән айырылып тора. Эшҡыуарлыҡта крафт продукцияһын етештереү буйынса шәхси башланғыстың тормошҡа ашырылыуы ла ҡыуаныслы. Был эшмәкәрлеккә ауыл фермерҙары ла (беҙҙә – 4,5 мең ауыл, 818 ауыл биләмәһе бар) ҡушыла ала. Былар барыһы ла республикала уҙғарылған “Фермерҙар мәктәбе” проекты сиктәрендә башҡарыла. Проектты Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы ярҙамында "Россельхозбанк" ойоштора.
Фермерҙарға ярҙам итеүҙең яңы системаһы һәм ауыл хужалығы кооперацияһы үҫеше” грант программалары Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Ауыл хужалығы сәнәғәте үҫеше” милли проектын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
#ВВПУТИН