Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Февраль 2021, 18:00

“Урал аръяғы тауышы”на ҡушылығыҙ!

Сибай ҡалаһының “Мир” йәштәр йортонда “Урал аръяғы тауышы” шоу-проектының “һуҡыр тыңлауҙары” бара. Быйыл өсөнсө тапҡыр үткәрелгән йыр-моң бәйгеһендә республикабыҙҙың бик күп ҡала һәм райондарынан 60-ҡа яҡын конкурсант ҡатнаша. Көн буранлап тороуға ҡарамаҫтан, Күмертау, Учалы, Хәйбулла, Йылайыр тарафтарынан кеше күп килгән. Остаздар--Светлана Үтәева, Рәил Өмөтбаевтар беренсе бәйгенән үк ярышыусыларға баһалама биреп килһә, уларға быйыл Искәндәр Ғәзизов, Вероника Назарова ҡушылды. Әйтергә кәрәк, быйыл көслө тауышлы йырсылар бик күп. Остаздарға команда туплау ҡыйынлыҡ тыуҙырмаясаҡ.Әйткәндәй, үҙенсәлекле сара барышын үҙ күҙҙәрәгеҙ менән күрә алаһығыҙ. Бының өсөн https://vk.com/video-46244983_456242237, йә булмаһа Ютубта https://youtu.be/kPHzQraDVIk тура трансляция һылтанмаһы аша үтергә генә кәрәк.

Сибай ҡалаһының “Мир” йәштәр йортонда “Урал аръяғы тауышы” шоу-проектының “һуҡыр тыңлауҙары” бара. Быйыл өсөнсө тапҡыр үткәрелгән йыр-моң бәйгеһендә республикабыҙҙың бик күп ҡала һәм райондарынан 60-ҡа яҡын конкурсант ҡатнаша. Көн буранлап тороуға ҡарамаҫтан, Күмертау, Учалы, Хәйбулла, Йылайыр тарафтарынан кеше күп килгән. Остаздар--Светлана Үтәева, Рәил Өмөтбаевтар беренсе бәйгенән үк ярышыусыларға баһалама биреп килһә, уларға быйыл Искәндәр Ғәзизов, Вероника Назарова ҡушылды. Әйтергә кәрәк, быйыл көслө тауышлы йырсылар бик күп. Остаздарға команда туплау ҡыйынлыҡ тыуҙырмаясаҡ.
Әйткәндәй, үҙенсәлекле сара барышын үҙ күҙҙәрәгеҙ менән күрә алаһығыҙ. Бының өсөн https://vk.com/video-46244983_456242237, йә булмаһа Ютубта https://youtu.be/kPHzQraDVIk тура трансляция һылтанмаһы аша үтергә генә кәрәк.