Һауа торошо насар булыу сәбәпле, Башҡортостандың ике районында юл йөрөүҙәр киске сәғәткә тиклем тыйылды, йәғни юлдар ябылды. Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарында бөтә төр машинаға ла йөрөү сикләнә. Транспорт һәм юл хәрәкәте министрлығы башҡа юлдарҙың да ябылыу ихтималлығын хәбәр итә.