Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Февраль 2021, 11:17

Туҡланыу системаһына үҙгәрештәр индерелә

Республика мәктәптәренән һуңғы биш ай эсендә генә 900-гә яҡын ялыу килгән.

Рәсәй Президенты В.В.Путин башланғыс класс уҡыусыларын бушлай төшкө аш менән тәьмин итеү указына ҡул ҡуйғайны. Тик нишләптер һуңғы арала аҙыҡ-түлек сифатына зарланыусылар күбәйҙе. Республика мәктәптәренән һуңғы биш ай эсендә генә 900-гә яҡын ялыу килгән. Шуға күрә Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры Андрей Назаров республика мәктәптәрендәге туҡланыу системаһына үҙгәрештәр индереү тураһында әйтеп үтте. Сифатты яҡшыртыу өсөн мәктәптәрҙә туҡлану контролгә алынды. Хәҙер һәр мәктәп балаларға тәҡдим ителгән ризыҡты фотоға төшөрөп, уның составын билдәләп, көн һайын рәсми сайтҡа һалырға тейеш. Бынан тыш туҡланыу сифаты буйынса киләсәктә мәктәптәр араһында ярыш ойоштороу ҙа ҡаралған.
#ВВПУТИН
Читайте нас: