АТАЙСАЛ
+12 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
20 Февраля 2021, 05:51

Махсус магазиндар булдырыла

Дәүләт Думаһы фракциялары етәкселәре менән осрашыуҙа Президент Владимир Путин ЛДПР фракцияһы тәҡдим иткән аҙ тәьмин ителгәндәр өсөн аҙыҡ-түлек сертификаттарын индереүгә үҙ фекерен белдерҙе.

Рәсәй Дәүләт Думаһы фракциялары етәкселәре менән осрашыуҙа Президент Владимир Путин ЛДПР фракцияһы тәҡдим иткән аҙ тәьмин ителгәндәр өсөн аҙыҡ-түлек сертификаттарын индереүгә үҙ фекерен белдерҙе.
«Беҙҙә аҙ тәьмин ителгән граждандар байтаҡ. Ә магазин кәштәләрендә аҙыҡ-түлек күп булыуына ҡарамаҫтан, уларҙың хаҡы ҡиммәт. Шуға күрә был граждандар өсөн күптән айырым магазиндар булдырырға мөмкин”, -тине ЛДПР башлығы Владимир Жириновский.
В.В.Путин билдәләүенсә, был тема бөгөнгө көндә бик актуаль. Бында хәл ителергә тейешле уңай һәм проблемалы мәсьәләләр ҙә бар.
#ВВПУТИН
Читайте нас