АТАЙСАЛ
-21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Февраль 2021, 11:12

Ялған вакцина табылған

Уның кеше ғүмеренә зыян килтереүе бар.

Мексикала коронавирусҡа ҡаршы вакцинаның ялған партияһы тотолған. Илдең граждандарҙы яҡлау һәм хәүефһеҙлек министрлығы хәбәр итеүенсә, был вакцина Нуэво-Леон штатында табылған. Тикшереү барышында алты кеше ҡулға алынған. Быға тиклем Эквадорҙа ялған вакцина табылыуы тураһындә хәбәр ителгәйне.
Рәсәй Президенты В.В.Путин белдереүенсә, вакцинаны дәүләт учреждениеларында ғына алырға кәрәк. Ялған вакцина кеше ғүмеренә зыян килтереүе бар.
Пандемия башланғандан бирле донъяла 2,4 миллион кешенең ғүмере өҙөлгән. Барлығы был киҙеү менән 110,3 миллион кешенең ауырыуы билдәле.
#ВВПУТИН