АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Февраль 2021, 14:00

Һалдаттарға хат яҙығыҙ

Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан сибайҙар “Һалдатҡа хат” акцияһына ҡушылды.Был акция Рәсәйҙә 2017 йылдан уҙғарыла. Уның инициаторҙары --Рәсәй Федерацияһының балалар хоҡуҡтарын яҡлау уполномоченныйы һәм «Юнармия» хәрби-патриотик ойошмаһы.

Һалдат хаты тигәндә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яҙылған өсмөйөшлө хаттарҙы күҙ алдына килтерәбеҙ. Уларҙы бөгөн тик музейҙарҙа ғына осратырға мөмкин. Һуңғы йылдарҙа күптәр хат яҙыу, хат алыу кеүек төшөнсәләрҙе белмәй.
Әммә сибайҙар хат яҙыуҙы әле лә дауам итеп Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан “Һалдатҡа хат” исемле акцияһына ҡушылды.
«Һалдатҡа хат» акцияһы Рәсәйҙә 2017 йылдан уҙғарыла. Уның инициаторҙары --Рәсәй Федерацияһының балалар хоҡуҡтарын яҡлау уполномоченныйы һәм «Юнармия» хәрби-патриотик ойошмаһы.
Тәүгеләрҙән булып сараға ҡаланың 6-сы мәктәбенең 9-сы класс уҡыусылары ҡушылды. Ҡыҙҙар-егеттәр әлеге ваҡытта әрме сафында булған өлкән ағайҙарына хат яҙҙы.
--Уҡыусылар иң изге теләктәрен аҡ ҡағыҙға күсерҙе. Һис шикһеҙ, ихлас яҙылған һүҙҙәр егеттәрҙең күңелен үҫтереп, дәрт өҫтәр. Иң мөһиме, иҫән-һау булһындар. Һалдат хаты тигәндә беҙ гел Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына күҙ алдына баҫтырабыҙ. Уларҙы оноторға хағыбыҙ юҡ. йәш быуын бөгөн илебеҙҙе һаҡлаған, әрме сафында торған Сибай егеттәре менән сикһеҙ ғорурлана һәм уларҙы тыуған ҡалаларынан ситтә булғанда ла онотмай,-- ти 6-сы мәктәп директоры Зилә Ғәлимова
Ҡалала «Һалдатҡа хат» акцияһын ойоштороуға Технотерра йәш техниктар станцияһы һәм “Алға, Сибай!” йәмәғәт хәрәкәте әүҙемселәре ҙур тырышлыҡ һала.--Был акция йәштәр араһында ватансылыҡ тойғоһон, буласаҡ һалдаттар тәрбиәләүҙә ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә. Мәктәптәр, балалар баҡсалары һәм уҡыу йорттары акцияны шул тиклем әүҙем күтәреп алды, һәр кем үҙенең туғанына хат яҙырға тырыша.Адрестарҙы хәрби комиссариаттан алдыҡ, -- тине “Алға, Сибай!” йәмәғәте хәрәкәте вәкиле Евгения Дәүләтова.
Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан әрмелә хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙ ҡулдарына тыуған яҡ йылыһы һеңгән хатты алыр, ҡыуаныр һәм тағы ла яҡшыраҡ хеҙмәт итер тигән ышаныста ҡалабыҙ.