Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Февраль 2021, 18:00

Тештәр ынйы кеүек булһын өсөн

Башҡортостан мәктәптәрендә 152 стоматология кабинеттары эшләй. Был йүнәлеш буйынса республикабыҙ Рәсәйҙә алдынғы урындарҙы биләй. Сибай ҡалаһында бындай кабинет 1-се мәктәптә барлыҡҡа килде.

Башҡортостан мәктәптәрендә 152 стоматология кабинеттары эшләй. Был йүнәлеш буйынса республикабыҙ Рәсәйҙә алдынғы урындарҙы биләй. Сибай ҡалаһында бындай кабинет 1-се мәктәптә барлыҡҡа килде.
Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылында ҡаланың стоматология поликлиникаһы мәктәп стоматологияһының ҡабул итеү сәғәттәрен оҙайтыу маҡсатында 1-се мәктәпкә мөрәжәғәт итә һәм, хуплау табып, унда махсус кабинет булдыра.
--Республикала күптән старт алған "Ҡанатлан!" проекты буйынса 1-се мәктәптә стоматология кабинеты эшләй башланы. Тештәре һыҙлап йонсотҡан балаларға бер ҡайҙа ла барырға кәрәкмәй, бында бик яҡшы медицина ҡорамалдары ҡуйылған һәм беҙ, әлбиттә, дауалауҙан тыш, аурыуҙарҙы иҫкәртеүгә лә ҙур иғтибар бүләсәкбеҙ,-- ти стоматология поликлиникиһы мөдире
Алһыу Ғилмуллина.
Мәктәп стоматологияһында ике сменала ла балаларҙы ҡабул итеү уңайлы график ҡуйылған. Табиптар иртәнсәк 09.00-12.30, төштән һуң 12.30-18.10 сәғәттәрҙә пациенттарҙы дауалай.
"Мәғариф" һәм "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекттарына ярашлы асылған стоматология кабинетында йәш пациенттарҙы ҡабул итеү, сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бар шарттар булдырылған.
Ҙурайғас та тештәрең ынйы кеүек һоҡландырғыс булһын өсөн, уларҙы бәләкәйҙән үк хәстәрләргә кәрәк. Ә бының өсөн хәҙер республиканың мәғариф учреждениеларында ҙур мөмкинлектәргә юл асылыуы хуплауға лайыҡ.
#нацпроекты#миллипроекттар
фото асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас: