Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Февраль 2021, 10:00

Милли музейҙы етәкләй

Яҡташыбыҙ Сибай ҡыҙы--Альбина Ярмуллина Башҡортостан Милли музейына яңы генераль директор итеп тәғәйенләнде.

Сибай ҡыҙы--Альбина Ярмуллина Башҡортостан Милли музейына яңы генераль директор итеп тәғәйенләнде.
Альбина Зөфәр ҡыҙы Ярмуллина тарих фәндәре кандидаты, 2004—2015 йылдарҙа БДУ-ның Сибай институтының юридик факультетында тарих кафедраһы ассистенты, өлкән уҡытыусы, 2010 - 2014 йылдарҙа – тарих кафедраһы мөдире, дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы һәм тарихы кафедраһы доценты булып эшләнк. 2015 йылдың ноябренән ошо көнгәсә Сибай тарих-крайҙы өйрәнеү музейы директоры вазифаһын башҡарҙы. Булдыҡлы етәксе ҡалабыҙ музейы үҫешенә тос өлөш индерҙе, ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары булараҡ, йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашты.
Етәксегә эшендә ҙур уңыштар теләйбеҙ!